«Өфө» футболсылары Алексей Стукалов етәкселегендә тәүге тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа тарыны

27-се тур сиктәрендә Башҡортостан командаһы «Сочи» клубын ҡабул итте.

Ике коллектив та әлеге ваҡытта төрлө бурыстар үтәй. Әгәр ҙә дәғүәселәр Европа лигаһы тураһында хыялланһа, яҡташтарыбыҙ Премьер-лигала ҡалыу өсөн көрәшә. Уйынға килгәндә, ул «Өфө» клубы өсөн көтөлмәгәнсә башланды, сөнки ҡара диңгеҙселәр 14 минут эсендә ике тапҡыр уңышҡа өлгәште. Әммә был голдар Алексей Стукалов тәрбиәләнеүселәренең кәйефен төшөрмәне. Улар киреһенсә, үҙҙәрендә иҫәпте тигеҙләүгә көс тапты.

Тәүҙә Вячеслав Кротов, тәнәфестән һуң Тимур Ямалетдинов икенсе тупты индерҙе. Осрашыуҙың яҙмышы һуңғы минуттарҙа хәл ителде. Ҡул менән тупты туҡтатҡаны өсөн Алексей Чернов ҡапҡаһына пенальти тәғәйенләнде. Ҡунаҡтар бындай мөмкинлек менән оҫта файҙаланды. Уйын «Сочи» командаһы файҙаһына 3-2 иҫәбе менән тамамланды. Киләһе турҙы яҡташтарыбыҙ 1 майҙа ЦСКА клубы менән үткәрә.