Иглин районында үҫмерҙәр һәм балалар араһында бокс буйынса турнир үтте

Ярыш район хакимиәте башлығы призына ойошторолдо. Өфө, Иглин райондары, Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан барлығы 8 команда көс һынашты.

Республиканың 5-се мәктәп интернаты тәрбиәләнеүселәре Динис Сафин менән Руслан Сурин асыҡ турнирҙа тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай. Үҫмерҙәр күн бирсәткәләрен Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә һынап ҡараған.

Иглиндә рингҡа сығыу Руслан Сурин өсөн еңелеүҙән башланһа ла, һөҙөмтәлә уңышлы тамамланды. Динис Сафин иһә барлыҡ осрашыуҙарҙы ла еңеү менән тамамлап, һуңғы алышта дәғүәсеһен нокаутҡа ебәреүгә өлгәште. Үҙ ауырлыҡ категорияһында ул беренселек яуланы.

Рафиҡ Әхмәтшин