Башҡортостанда медицина үҫешенә тағы 15 миллиард 600 миллион һум бүленде

Был аҡса дарыуҙар, медицина ҡорамалдары алыуға тотонола. Республика хөкүмәте ултырышында "Һаулыҡ һаҡлау үҫеше" төбәк программаһына төҙәтмәләр ҡабул ителде. Программа 2026 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 500 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡаралған.