Ҡала хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, сикләүҙәр байрам көндәрендә граждандарҙың хәүеһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында индерелә. Христиандарҙың ғибәҙәт ҡылыуы майҙың 1-нән 2-һенә ҡарай төндә баш ҡаланың 19 ҡорамында ойошторола. Граждандар йәмғиәте менән бәйләнеш идаралығы етәксеһе Артур Ғафаров әйтеүенсә, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар иҫәпкә алына, халыҡтың тән температураһы тикшерелә, дезинфекция үткәрелә, социаль арауыҡ һаҡлана.