Ҡатын-ҡыҙҙар араһында блиц буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова еңеү яуланы, Әйгизә Мөхәмәтйәнова һәм Әлиә Әминева икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Ир-егеттәр араһында Айнур Шәйбәков алтын миҙлаға лайыҡ булды, Марсель Шәрәфетдинов-икенсе, Янис Сафин өсөнсө урында. Улар барыһы ла Башҡортостан данын Сочи ҡалаһында уҙған ил беренселегендә яҡлаясаҡ.