27 апрель - Рәсәй парламентаризмы көнө. 1906 йылдың ошо көнөндә Рәсәйҙәге тәүге Дума эшен башлай. Бөгөн Ил парламенты ике өлөшкә бүленгән: юғары палата – Федерация Советы һәм түбәнгеһе – Дәүләт думаһы. Шулай уҡ төбәктәрҙә урындағы парламенттар – ҡанундар сығарыусы власть органдары бар. Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай эшләй. Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, парламенттың эшмәкәрлеге тәү сиратта халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелергә тейеш. Халыҡ менән дәүләт берҙәм булғанда ғына сәйәсәттә, иҡтисадта, башҡа өлкәләрҙә ниндәйҙер күләмле мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин, ти Зөһрә Рәхмәтуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӘлеге ваҡытта илдә 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы эшләй. Быйыл уның составы яңыра. Сентябрҙә яңы парламент өсөн тауыш биреү була.