Был хаҡта социаль селтәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров яҙа. 2021 йылда ауыл һәм фермер хужалыҡтары 233 мең тонна һөт һауған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 5, 4 процентҡа күберәк. Төбәк етәксеһе был йүнәлештә алдынғы 3 районды билдәләй. Һауылған һөттөң 5-тән 1 өлөшө Саҡмағош, Илеш һәм Ауырғазы хужалыҡтарына тура килә. Республиканың аграр комплексына инвестиция йүнәлтергә теләүселәр арта. Бынан тыш аҙыҡ-түлек һәм ҡайтанан эшкәртеү сәнәғәте концепцияһы булдырылған. Унда льготалы кредит һәм техника һатып алыуҙа сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу кеүек ярҙам саралары ҡаралған, тип билдәләгән Радий Хәбиров