Уларҙың 17-һе ҡоро үлән яныу арҡаһында барлыҡҡа килгән. Йыл башынан Башҡортостанда 105 кеше, шул иҫәптән 6 бала ут ҡорбаны булған, 89 кеше йәрәхәтләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы байрам көндәрендә ут менән айырыуса һаҡсыл булырға саҡыра. Республикала янғын хәүефһеҙлеге буйынса махсус тәртип ғәмәлдә.