“Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш”. Ҡала үҫешен өйрәнеүселәр йыйыны “Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә була. Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, быйыл ҡала мөхитендәге үҙгәрештәр темаһына фекер алышыу ҡарала. Эшлекле йыйында федераль министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты вәкилдәре һәм сит ил эксперттары ҡатнашыуы көтөлә.