Бәләбәй районында ете йәшлек Милена Новикова ут эсенән туғандарын алып сыҡҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Торатау» конгресс холында янғын һүндереүселәр көнө уңайынан тантаналы ултырыш үтте. Башҡалар ҡасҡан урынға улар беренсе булып ярҙамға ташлана. Үҙ ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше именлеге хаҡына ҡыйыу аҙымға баралар.

Иң хәүефле һөнәр эйәләре – янғын һүндереүселәр профессиональ байрамдары алдынан төрлө наградалар менән бүләкләнде. Баймаҡ районы ҡотҡарыусыларына янғын һүндереү машинаһы асҡысы тапшырылды.

Башҡортостанда йыл башынан янғында 104 кешенең ғүмере өҙөлгән, 664 кеше ҡотҡарылған, 3024 ут сығыу осрағы теркәлгән. Янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалды һәр кемдең өйөнә ҡуйырға кәңәш ителә, профилактик саралар үткәрелә, шулай ҙа һуңғы осорҙа утта кеше һәләк булыу осраҡтары йышайған.

Балалар ҙа ҡотҡарыусы була ала. Быны Бәләбәй районында ут эсенән туғандарын алып сыҡҡан 7 йәшлек Милена Новикова ла иҫбатлай. Ул батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнде. Әбйәлил егете иптәшен һыуға батыуҙан һаҡлап ҡалған.

Рәмилә Исмәғилева