Табын ауылында ағас йортта ут сыҡҡан. Ваҡиға урынында 81 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе табылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, йортта мини-сирена булмаған. Уҙған тәүлектә республикала 43 янғын теркәлгән, 17 осраҡта ҡороған үлән яныуы асыҡланған.