Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһында Өфө медицина колледжының беренсе курс студенттары өсөн экскурсия ойошторолдо. Оператив бүлек хеҙмәткәрҙәре уларҙы үҙәк эшмәкәрлеге менән таныштырып, халыҡтан килгән саҡырыуҙарҙың нисек эшкәртелеүе хаҡында һөйләне. Әйтәйек, фельдшер, йә реанимация бригадаһын ебәреү ҡарарын ҡабул иткәндә шылтыратыусыға дөрөҫ һорау биреп, ауырыуҙың төп билдәләрен асыҡлау шарт.
Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенең оператив бүлегендә 13 диспетчер һәм 4 табип эшләй. Һуңғылары халыҡҡа онлайн-консультациялар ҙа ойоштора. Белгестәр билдәләүенсә, һуңғы айҙарҙа Ковид-19 инфекцияһына бәйле шылтыратыуҙар кәмегән.
Сағыштырып ҡарағанда, коронавирус пандемияһы башланғанда, тәүлегенә 6-8 мең кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итһә, хәҙер был күрһәткес өс тапҡырға әҙерәк. Шул уҡ ваҡытта ҡайҙа, нисек вакцинация яһатырға мөмкин тигән һорауҙар күбәйгән.
Гөлназ Хәйбуллина