Язаға тарттырылған, әммә иркенән өлөшләтә мәхрүм ителгән граждандар ай һайын хөкөм язаһын башҡарыу инспекцияһында теркәү үтеп, мәжбүри хеҙмәт үтәргә бурыслы. Законды инҡар итеүселәр шартлы срок урынына реаль холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелеү ихтимал. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Наркотик һаҡлау өсөн иркенән мәхрүм ителгән Эдик өс йыл төрмәлә ултырырға тейеш булған. Әммә рәшәткә артында үҙен ыңғай яҡтан күрһәткән егет азатлыҡҡа бер йылға иртәрәк сыҡҡан. Әле ул йәшәү урыны буйынса айына ике тапҡыр хоҡуҡ һаҡсыларына күренеп, күҙәтеү аҫтында ҡала.
Өфөнөң Киров районы буйынса ғына 400-гә яҡын енәйәтсе хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан күҙәтелә. Улар арест ваҡытын шартлы формала үткәрә йәки колонияла үҙен ыңғай яҡтан күрһәтеп сроктан алда иреккә сыҡҡан енәйәтселәр. Ай һайын теркәү үтеп торорға тейеш граждандар башлыса оҡшаш статьялар буйынса ҡарала - урлашыу, наркотик һаҡлау, кешегә еңел формала зыян килтереү.
Өй аресына бикләнгән шәхестәр рөхсәт документы буйынса ғына кибеткә йәки дауаханаға сығып йөрөй ала. Закон талаптары иңҡар ителгән осраҡта йорт шарттары реаль төрмәгә алмаштырылыуы ихтимал. Ә бына руль артына иҫерек килеш ултырған йәки балаларына алимент түләмәгән граждандар мәжбүри эшкә йәлеп ителә. Эскән килеш машина йөрөткән Денис суд ҡарары буйынса 400 сәғәт хеҙмәткә йәлеп ителергә бурыслы. Уның үҙенә эш хаҡы түләнмәй, мәжбүри эштән һуң ул ҡалымға сығып йөрөй.
Енәйәтселәр менән эш алып барған хоҡуҡ һаҡсыларҙың маҡсаты язалауҙа түгел, ти белгестәр. Хаталанғандарҙы дөрөҫ юлға баҫтырыуға булышлыҡ итеү – эштең һөҙөмтәле булыуын аңлата.
Төжрибәгә ярашлы, йорт аресына күләмле зыян килтермәгән енәйәтселәр ултыртыла. Йәғни, ғәйепләнеүсе йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс түгел тип иҫәпләнә. Һүҙ сәйәси һәм иҡтисади өлкәлә енәйәт ҡылған, урлашыусы, наркотик һаҡлап һатыусылар тураһында бара. Колония һәм йорт аресты ер менән күк кеүек айырылһа ла, ҡайһы бер осраҡта енәйәтсе СИЗО шарттарын һайлай. Язаның ваҡыты иҫәпләнгәндә өй аресының бер көнө, колониялағы ярты көн тип һанала.
Флорида Ким