Рәсәйҙең хеҙмәт геройы Иосиф Кобзон иҫтәлегенә ойошторолған фестивалдә фән, технологиялар, мәҙәниәт өлкәләрендә эшләүселәр һәм мохтаждарға ярҙам итеүселәр тәбрикләнде.
Башҡортостан дәүләт концерт залында үткән концертта Рәсәйҙең халыҡ артисы Лариса Долина, халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты Марина Девятова, Рәсәйҙең халыҡ артисы, билдәле диктор Анна Шатилова һәм башҡа шәхестәр ҡатнашты. Концерт «Кобзон» мәҙәни фонды ярҙамында ойошторолдо.
Диктор Анна Шатилова беҙҙең телевидениела үткән «Бәхетле сәғәт» тапшырыуында ла сығыш яһаны. Тура эфирҙа хеҙмәттәштәребеҙгә ул эшлекле кәңәштәрен еткерҙе, Совет заманында телевидениелағы хеҙмәт шарттары тураһында һөйләне.
Рәмилә Исмәғилева