Межгорье ҡалаһы хакимиәте башлығы Илья Терехов отставкаға китте

Ул үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы. Межгорье хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Вячеслав Калугин тәғәйенләнде, тип хәбәр итәләр Республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.