Машиналарҙы эвакуатор менән алып китеү һәм уларҙы штраф урындарында һаҡлау өсөн хаҡтар арта

Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа түңәрәк өҫтәлдә белдерелде. Башҡортостанда 2012 йылда билдәләнгән тарифтар һаҡлана. Еңел машинаны эвакуатор менән алып китеү хаҡы 1 мең ярым һум. Штраф урынында бер сәғәте 25 һум. Мәҫәлән, Ҡазанда сумма ике тапҡырға артыҡ. Эвакуатор өсөн түләүҙе иң күбе 2 мең 135 һум, штраф  урынында һәр сәғәт өсөн тарифты 51 һумдан билдәләргә тәҡдим ителә. Башҡортостанда алып кителгән машиналарҙы һаҡлау урындары етешмәүе тураһында ла белдерелде. Республика автоинспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Владимир Севастьянов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

2020 йылда Башҡортостанда 26 меңдән ашыу машина эвакуцияланған, был хеҙмәттәр өсөн хужаларынан 64 миллион һумдан ашыу аҡса алынған.