Башҡортостанда медицина учреждениелары май һәм Ураҙа байрамында эшен дауам итә

Стационарҙар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ашығыс медицина ярҙамы, йәрәхәтләнеүселәргә ярҙам пункттары көсәйтелгән тәртипкә күсерелә, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Поликлиникалар иһә 4 майҙан 7-еһенә тиклем ғәҙәти тәртиптә ҡабул итә. 1, 3, 8, 10 һәм 13 майҙа, Ураҙа байрамында иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем килергә мөмкин.