Светлана Радионова эш сәфәре менән Башҡортостанда

Тәбиғәт менән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова эш сәфәре менән Башҡортостанда. Ул ҡалаларҙа һауа бысраныу проблемаһын тикшерә. Тәүҙә ул Салауат ҡалаһындағы автоматик контроль станцияларын ҡараны. Бындағы һауа таҙартыу ҡоролмаларында Япония, Германия, Франциянан килгән заманса аппараттар ҡулланыла. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләй, һауа бысраныу тураһында мәғлүмәт туранан-тура республика Экология  министрлығына ебәрелә. Светлана Радионова Башҡортостандағы экологик хәлгә Федераль хеҙмтән иғтибар кәрәк тип белдерҙе. Былтыр белгестәр тәбиғәткә килтерелгән зыянды 700 миллион һумға баһалаған. “Башҡортостан “Сода” компанияһы биләмәһе өҫтөнән вертолетта осоп үтеү ыңғай тәьҫораттар ҡалдырманы: шлам йыйыусы ҡоролмалар көсөргәнешле рәүештә эшләй, уны таҙартыу проекттары юҡ, шул уҡ ваҡытта һыу ятҡылыҡтары  уларға яҡын урынлашҡан. Был ойошмаға бәйле экологик проблемаларҙы тиҙ арала хәл итергә кәрәк”, - тине белгес.

Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, сәнәғәт үҫеше һәм экологияны һаҡлау араһында баланс булдырыу мөһим. “Мәсьәлә аңлашыла, беҙ уларҙы хәл итәсәкбеҙ. Был йәһәттән Федераль үҙәктән ярҙам талап ителә.  тине Андрей Назаров.