Ул “Атайсал – ата-бабалар ере” тип исемләнә. Унда тарихи- мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелгән архитектура ҡомартҡылары урынлаштырыла, объект республиканың туристик маршрутына индерелә. Ҡала һәм республика кимәлендәге саралар ойоштороу өсөн махсус майҙансыҡ булдырыла. Проектты “Боронғо Өфө” тарихи-мәҙәни музей- ҡурсаулыҡ биләмәһендә төҙөү планлаштырыла.