Башҡортостанда 2 мең 300-ҙән ашыу фельдшер, шәфҡәт туташы һәм водитель һөнәри байрамын ҡаршылай. Республика Ашығыс медицина ярҙамы станцияһы үҙ аллы ойошмаға әүерелде. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү сифатын үҫтереү маҡсатынан биш округ буйынса берҙәм диспетчер хеҙмәте ойошторолдо. Темәс ауылы дауаханаһы янындағы Ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе Сибай биләмәһенә ҡарай. Фәриҙә Байрамғолова 20 йылдан ашыу фельдшер булып эшләй. “Кешеләргә ярҙам итеү - изге бурыс. Пациенттарҙың рәхмәтен ишеткән һайын, ҡанатланып, рәхәтләнеп эшләйһең”, - ти ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАшығыс медицина ярҙамы бригадаһында фельдшер, шәфҡәт туташы һәм водитель эшләй. Улар һауа шарттарына ҡарамай, көн-төн тип тормай ярҙамға ашыға. Александр Лаврентьев 30 йылға яҡын ашығыс медицина ярҙамы машинаһы руле артында йөрөй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте даими камиллаша. Яңы техника алына, заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарыла, санитар авиация үҫешә.