Өфөнөң Дим районындағы үҙәк урамдарҙың береһендә юл ремонты башланды

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса, Ухтомский урамында яҡынса 2 километрҙа яңы асфальт һалына, шулай уҡ тротуарҙар тәртипкә килтерелә. Быйыл милли проект буйынса Өфөлә 9 урамда юл ремонты үткәрелә.