Башҡортостанда тәүге криптобиокабинка асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һанлы фотокамера, бармаҡ эҙҙәре һәм документтарҙы сканерлау системаһы менән йыһазландырылған комплекс сит ил паспортын юллауҙы еңелләштерә. Быға тиклем күп функциялы үҙәктә биометрия күрһәткестәрен аҙнаның бер көнөндә генә тапшырырға мөмкин була.

Криптобиокабинка асылыу менән граждандар теләгән һәр көндә килеп 10 йыллыҡ сит ил паспортын алыуға мөрәжәғәт итә ала. Телефон, йәки күп функциялы үҙәктең сайты аша алдан яҙылыу ғына шарт.

Кабинала ғариза биреүсе үҙаллы Рәсәй паспортын, бармаҡ эҙҙәрен сканер аша үткәрә һәм фото төшә. Был мәғлүмәт артабан шифрлана һәм эске эштәр министрлығына ебәрелә. 10 йылға сит ил паспортын әҙерләү ваҡыты элеккесә бер ай тәшкил итә. Дәүләт пошлинаһы ла ғәҙәттәгесә 5 мең, балаларға 2 мең ярым һум. Ә бына 5 йылға сит ил паспортын юллаусыларға биометрия мәғлүмәтен тапшырырға кәрәкмәй. Яҡын арала оҡшаш комплекстар республиканың ҙур ҡалаларында ҡуйыласаҡ. Өфөләгеһе иһә тәүге мөрәжәғәт итеүселәрҙе ҡабул итә башланы.

Алдан юллағн сил ил паспортының ваҡыты үтеп бара, уны алмаштырырға кәрәк ине. Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иткәйнем, улар ошондай криптобиокабинка эшләгәне тураһында хәбәр иттеләр. Хеҙмәткәрҙәр ярҙам итеп, күрһәтеп торҙолар, минеңсә, был бик уңайлы.

Валерий Харьков, сит ил паспортын юллаусы

Әлфинә Килдейәрова