Быйыл республикала хеҙмәт техник инспекторҙары тарафынан эш ерендәге 29 бәхетһеҙ осраҡ тикшерелгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Йылына хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә 69 мең тирәһе ҡағиҙә боҙоу асыҡлана. Ваҡытында ундай хәлдәрҙе тикшереү эшселәрҙең хоҡуғын яҡлауға булышлыҡ итә. Бөгөн хеҙмәтте һаҡлау буйынса һорауҙар республика профсоюздары форумында ҡаралды.

Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнөндә республика профсоюздары федерацияһы был тәңгәлдә уңышлы эшләгән предприятиеларҙы бүләкләне. Хеҙмәт өсөн яңы һаҡланыу саралары, махсус кейемдәрҙән күргәҙмә эшләне. Пандемия сәбәпле былтыр осрашыу булманы, шуға форумда ике йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды һәм киләсәктә эш итеү йүнәлештәре билдәләнде.

Рәмилә Исмәғилева