Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Өфө тураһында документаль фильм төшөрөлә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостандың баш ҡалаһына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Советтар союзының 172 сәнәғәт предприятиеһы эвакуациялана. 1942 йылдан улар тулы ҡеүәтенә эшләй. Еңеү өсөн ҡорал етештергән халҡыбыҙ ҡаһарманлығы тураһында журналист Артем Вәлиев фильм эшләй. Өфөгә Мәскәүҙең Губкин исемендәге институты ла эвакуациялана һәм уның менән нефть институтына нигеҙ һалына.

Фильмдың бер өлөшөндәге ваҡиғалар хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университетының аудиторияларында төшөрөлә. Бының өсөн бүлмәнән бөтә яңы йыһаздарҙы сығарып, иҫкеләрен индерергә тура килгән. Уҡыу йортонда боронғо ҡорамалдар әле лә һаҡлана. Бөтә Европаға һөйләгән Коминтерн радиостанцияһы атмосфераһын күрһәтеү күҙаллана. Картинала эвакогоспиталдә яралы хәрбиҙәрҙе дауалау мәле лә була.

«Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тип исемләнгән документаль фильм Рәсәй президенты грантына төшөрөлә. Проект авторҙары уны 24 июнгә экранға сығарырға йыйына. Картинаны интернетта ҡарап буласаҡ. Премьера федераль кимәлдә сентябрҙә Мәскәүҙә хәрби-патриотик кино фестивалендә күрһәтеләсәк.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағыларҙың еңеүгә индергән өлөшө художестволы образдар аша күрһәтелмәгән. Шуға беҙ был бушлыҡты тултырырға булдыҡ. Бөгөн Бөрө ҡалаһының авария хәлендәге мәктәбендәбеҙ. Ҡырҡ минутлыҡ киноның 15 секундын хатта көнө буйы төшөрөргә тура килә.

Артём Вәлиев, журналист, фильм авторы

Рәмилә Исмәғилева