Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Журналистар аллеяһында ағас ултыртты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Экологик акцияла республиканың радио, телевидение, матбуғат баҫмаларында эшләгән журналистар ҡатнашты. Урмансылар паркы майҙанында махсус бүленгән участкала ҡәләм оҫталары 50 төп ҡарағай ултыртып, «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Һәр үҫенте эргәһендә киң мәғлүмәт сараһының исемен йөрөткән билдәләр теркәлде.

Журналистар аллеяһында ағас ултыртыу акцияһы Башҡортостан урман хужалығы министрлығы менән берлектә ойошторолдо. Парк майҙанын ағастар менән байытыу өсөн ҡарағай үҫентеләре Кушнаренко районынан килтерелде. Республикала 2018 йылда булдырылған Журналистар аллеяһын йәшелләндереү акцияһы дауам итәсәк тип күҙаллана.

Флорида Ким