Бөгөн Өфөлә «Беҙ үҙебеҙ – башҡортттар» Халыҡ-ара фәнни-уҡытыу интернет платформаһының исем туйы үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында ойошторолған проект Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҡайтып ҡала. Ошо нигеҙҙә һәр кесаҙна ZOOM платформаһында онлайн-лекциялар урынлаштыра барасаҡ.

Бөгөн үк тәүге дәрестәр менән танышырға мөмкин. Әйткәндәй, «Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар» Халыҡ-ара интернет платформаһы барыһы өсөн дә асыҡ. Теләге булған һәр кем донъяның төрлө ҡитғаһынан башҡорт телен үҙләштерә ала. Проект сиктәрендә онлайн-осрашыуҙар ойоштороу кеүек саралар ҙа ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин