Өфөлә Шәреҡ мәҙәниәте һәм шиғриәте республика фестивале үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Күләмле сараны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҙғарҙы. Быйыл конкурста ҡатнашыуға йөҙҙән ашыу ғариза ҡабул ителгәйне, студенттар әүҙемлек күрһәтеп, Көнсығыш илдәрҙә йәшәүсе халыҡтарҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли аш-һыуҙары менән таныштырҙы.

Ҡырғыҙҙар жюри ағзаларын комуз - милли музыка ҡоралдарында уйнап ҡаршы алһа, үзбәктәр йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Шәреҡ мәҙәниәте һәм шиғриәте республика фестиваленә Өфөнөң киң профилле һөнәр биреү колледжы студенттары етди әҙерләнеп килгән. Махсус рәүештә милли кейемдәр тектергәндәр.

Былау, суши, бишбармаҡ – фести валдә тиҫтәгә яҡын милләттең аш-һыуы әҙерләнә. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡунаҡтарҙы өҫтәл янына саҡырып, ризыҡтарҙың рецепттары менән уртаҡлашты.

Сәхнәлә «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары. Тап улар Шәреҡ мәҙәниәте һәм шиғриәте фестивален асып, тамашасыларға күңел йылыһын бүләк итте. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетында төрлө милләт студенттарын берләштергән сара тәүге йыл ғына ойошторолмай.

Сит ил студенттарының ҙур сәхнәгә сығып, саф башҡорт телендә йырлауы ла күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Йәштәр тыуған яҡтарынан йөҙҙәрсә, меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта уҡып, үҙ мәҙәниәтен, йолаларын онотмаҫҡа, үҫтерергә тырыша, шул уҡ ваҡытта башҡа халыҡтарға ҡарата ла ихтирамлы.

Шәреҡ мәҙәниәте һәм шиғриәте фестивалендә йөҙҙән ашыу студент ҡатнашты. Сара конкурс форматында үтеүгә ҡарамаҫтан, тамаша залында милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек атмосфераһы хакимлыҡ итте.

Гөлназ Хәйбуллина