Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе итеп Вадим Захаров тәғәйенләнде

Ул хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт университетында башлай, 2012 йылдан фәнни һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса проректор була. 2020 йылда Вадим Захаров "Рәсәй лидерҙары" конкурсының финалында ҡатнаша.