Турнир Польшала үтә, Башҡортостан шашка оҫтаһы беренселекте ҡабул иткән ил вәкиле Наталья Садовска менән көс һынаша. Әлегә 32 мәрәй менән Польша спортсыһы алда. Тамара Танһыҡҡужина 4 мәрәйгә ҡалыша. Финал 9 турҙан тора, 3 майға тиклем бара, еңеүсе 54 мәрәй йыйырға тейеш.