Бөгөн Өфөлә Еңеү парады репетицияһы була

Ул "Өфө-Арена" янындағы майҙанда ойошторола. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, хәрбиҙәр көндөҙгө сәғәт өстән бишкә тиклем күнекмә уҙғара. Киләһе репетициялар 5 һәм 7 майға билдәләнгән.