Был турала Республика мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр. "Һуңғы ҡыңғырау" бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәп, ғәҙәти тәртиптә уҙғарыла. Уҙған йылда пандемия арҡаһында байрам онлайн ойошторолдо.