Өфөлә транспорт хәрәкәтендә сикләүҙәр бар

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы” автомобиль юлдары милли проекты сиктәрендә Парк урамы төҙөкләндерелә. Бында тротуар яңынан төҙөлә, яңы бордюр ҡуйыла, асфальт түшәлә, инженер системалар яңыртыла. Ҡала мэрияһы ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә һәм маршрутты алдан билдәләргә саҡыра.