Рәсәй юғары уҡыу йорттарына май байрамдарында ситтән тороп уҡыу тәртибенә күсергә рөхсәт ителде

Был хаҡта Рәсәй Мәғариф министрлығынан хәбәр итәләр. Документҡа ярашлы, белем биреү учреждениелары етәкселеге имтихандар һәм аттестация тәртибен иҫәпкә алып, уҡыу тәртибен үҙаллы билдәләй. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары майҙың 4-нән 7-һенә тиклем ситтән тороп белем ала.