Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йыл менән сағыштырғанда, был осорға зыян күреүселәр һаны 52 процентҡа артҡан. Төбәктең Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияларында бөжәктең зарарлы булыу-булмауын тикшертергә мөмкин.
Әлегә ике талпанда энцефалит, 52-ндә боррелиоз булыуы асыҡланған. Белгестәр талпан ҡаҙалған осраҡта, уны үҙҙалы тартып алмаҫҡа, яҡындағы дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итергә саҡыра.