Өфө дәүләт авиация техник университеты хәрби тарих музейы ойошторҙо

Сараны улар Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнай. Эскпозицияла Бөйөк Ватан һуғышы осоро менән бергә Афған һуғышы йылдары ла сағылдырылған. Йыл дауамында улар берәм-берәм экспонаттар туплаған. Студенттар, уҡытыусылар ҙа йорттарынан ата-олаталарынан ҡалған хәрби фотолар, награда, документтар килтергән. Эҙәрмәндәр отрядтары хәрби кәрәк-яраҡтар, һуғыш ҡоралдары ҡалдыҡтарын тапшырған.

Экспонаттарҙы йыйған мәлдә үҙебеҙҙә лә эҙәрмәндәр отряды булдырыу тураһында уй килде һәм ойошторҙоҡ та. Беҙ уны «Авиатор» тип атаныҡ. Ошо йәй Ҡырымға барып 1943 йылда яуҙа бәреп төшөрөлгән Ил-2 самолетын эҙләүҙә ҡатнашасаҡбыҙ. Унан да музейҙы экспонаттар менән тулыландырырбыҙ тип өмөтләнәм.

Венер Ситдиҡов, ӨДАТУ-ның хәрби уҡытыу үҙәге өлкән уҡытыусыһы