Миәкә районы Садовый ауылында йәшәгән педагогик хеҙмәт ветераны Сәлиә Ғәйнетдинова үткән аҙнала үҙенең туҡһан йәшлек ғүмер байрамын билдәләне. Хаҡлы ялдағы уҡытыусының шатлығын БЮТ каналының ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Һуғыш осоро балаһы хәтирәләре БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
1931 йылдың 9 майында донъяға килгән Сәлиә Халиҡ ҡыҙына тыуыу тураһында таныҡлыҡты ата-әсәһе 24 апрелдә рәсмиләштергән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға ни бары ун йәш кенә була. Физик мөмкинлеге сикләнгән атаһы фронтҡа бара алмай, ауылда бригадир йөгөн тарта.
Халыҡ уны Ғәҙелхалиҡ тип йөрөтә. Ул ысын мәғәнәһендә тылда ҡалған ауылдаштарына ҡалҡан була. Үҫмер ҡыҙ башҡа тиҫтерҙәре кеүек ауырлыҡтарҙы сибек иңдәрендә күтәрә. Хеҙмәт ветераны еребеҙҙә бер ҡасан да һуғыш уты тоҡанмаһын ине, тип теләй.
Миәкә районы Мәнәүезтамаҡ ауылы ҡыҙы Садовый ауылында ошо нигеҙҙә яңғыҙы ғүмер итә. Улар хәләле Тәлғәт Хәмит улы менән өс бала тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған. Хаҡлы ялдағы уҡытыусы әсәйҙәрен күркәм ғүмер байрамы менән беренселәрҙән булып улы Раил менән килене Венера тәбрикләне.
Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының үткән юлы ауылдаштарына һәм яҡташтарына намыҫ һәм выждан өлгөһө булып тора. Яҙмыш ниндәй генә һынауҙар ҡуймаһын, Сәлиә Халиҡ ҡыҙы уларҙың һәр береһен лайыҡлы итеп үтә алған.
Уларҙың бала сағын, ғәмһеҙ уйындарын һуғыш урлаған. Ауылдағы илле баланың егермеһе генә уҡыуын дауам итә алған. Ҡалған тиҫтерҙәре бик иртә колхоз эшенә егелгән. Синыфташтары араһынан ни бары ике кешегә, шул иҫәптән Сәлиә Халиҡ ҡыҙына юғары белем алырға насип була. Ул институтты тик бишле билдәләренә генә тамамлай. Хаҡлы ялдағы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы туҡһан йыллыҡ ғүмерен аҡ ҡағыҙға теркәп мемуарҙар баҫтырырға, үҙе ижад иткән шиғырҙарҙан йыйынтыҡҡа туплап, китап сығарырға ла ниәтләй.
Эшсән ханым баҡсасылыҡ миҙгеленә лә әҙер. Быйыл да йорт алдындағы баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтереп мул уңыш алырға иҫәп тота.
Туҡһан йәштә йәшәүгә дәрт кәмей тиеүселәргә юбилярҙың үҙ яуабы. Туҡһанда ла тормош тулы һулыш менән дауам итә, сөнки егәрле йән эйәләре бал ҡорттары янында ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеү бөтөнләй мөмкин түгел,ти.
Сәлиә Халиҡ ҡыҙы үҙ хужалығында 35 баш бал ҡорто аҫрай. Халыҡ кәсебе менән 10 йәшенән шөғөлләнә. «Егәрле йәштәр янында үҙемде еңел һәм яҡшы тоям, ҡартлыҡҡа бирешергә һис кенә лә ваҡыт юҡ, ти».
Гүзәл Борханов