Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ артисы Лариса Долина оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Оҫталыҡ дәресе. Үҙенсәлекле дәрес Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторолдо.

Уны Рәсәйҙең халыҡ артисы, өс тапҡыр «Овация» милли музыкаль премияһы менән бүләкләнеүсе Лариса Долина үткәрҙе. Данлыҡлы йырсы концерттарҙан һуң ултырған тауышты яңынан яҡшы формаға килтереү серҙәре менән уртаҡлашты.

Тамашасы яратҡан йырсыһына ижадына ҡағылышлы ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Сәхнә оҫтаһы композицяларҙың берһен филармония артисының музыкаль оҙатыуында ла башҡарҙы.

Гүзәл Борханова