Киләһе уҡыу йылында 2 мең 238-гә артып 13 мең 600-гә еткерелә. Был турала Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Тальков белдерҙе. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙең юғары белеме биреү системаһы ҙур ярҙам алды. Бюджет урындарының артыуы юғары уҡыу йорттарының конткуренцияға һәләтен яҡшырта. Был иһә квалификациялы белгестәр күбәйеүенә, республика үҫешенә мөмкинлек бирә. Башҡортостан ВУЗдарында сифатлы белем биреүгә иғтибарҙы арттырабыҙ. Төп маҡсаттар - инвестициялар үҫеше, иҡтисадты яңыртыу, фән, мәғариф һәм бизнестың тығыҙ бәйләнештә булыуы, тине Радий Хәбиров.