Сибай карьеры киләсәге бер ай эсендә хәл ителә

Был турала Башҡортостанға эш сәфәре барышында Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Светлана Радионова белдерҙе. Сибай карьерында һауаға көкөртлө газ бүленеп сығыуы күҙәтелә.  Был урын халыҡ өсөн ябылған, бөтә эштәр туҡтатылған. Светлана Радионова әйтеүенсә, 2019 йылдан объект федераль кимәлдә контролгә алынған. Бер ай эсендә карьер буйынса аныҡ план әҙерләргә кәрәк, тине ул.