Өфө сәскә һәм ағас-ҡыуаҡтар өсөн 15 миллион һум тотона

Ҡала 12 меңдән ашыу йүкә, тирәк һәм ҡарағай үҫентеһе һатып ала. Шулай уҡ 5 меңгә яҡын ҡыуаҡ, 130 мең сәскә ултырыла, тип хәбәр итәләр "Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы"нан.