Һаҡ булығыҙ, юлда йәнлек! Ҡырағай йәнлектәр әүҙемләшә

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы май башында ҡырағай хайуандарҙың әүҙемләшеүе тураһында белдерә. Ведомство вәкиле Глеб Егоров әйтеүенсә, апрель аҙағында-май башында тәбиғәттә ял итеүселәргә, шулай уҡ водителдәргә хәүеф янай. Бигерәк тә айыуҙар һәм мышылар ҡурҡыныс тыуҙыра. Тиҙҙән көтөү ҙә сыға. Юлға сыҡҡан йылҡы һәм эре мал да авария сәбәпсеһенә әйләнеүе ихтимал.   Автоэксперт Хәлим Әйүпов:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан юлдарында ҡырағай хайуандарҙы  бәрҙереү осрағы йыл һайын теркәлә. Мышы, ҡоралай һәм айыуҙар тәгәрмәс аҫтына йышыраҡ эләгә, ти белгестәр.