Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 97 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙарҙа 183 пациент дауалана. Уларҙың 29-а ауыр хәлдә тип баһалана, 2-әүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бер тәүлектә сирҙән 96 пациент һауыҡҡан,  4 кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус ҡорбандары һаны 448-гә етте.