Муниципалитет башлыҡтарына янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү бурысы ҡуйылды

Республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров етәкселегендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте. Унда янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыуын профилактикалау, урман фондында янғын именлеген тәьмин итеү, яҙғы ташҡын мәсьәләләре ҡаралды. Тейешле ведомстволарҙың докладтары тыңланды. Андрей Назаров муниципалитеттар башлыҡтарына май байрамдарында кәрәкле саралар күрергә, быға тиклем тапшырылған янғын иҫкәртеү приборҙарын тикшереп сығырға ҡушты. Ташҡын буйынса, йылғаларҙың максималь кимәлде үтеүе билдәләнде, уларҙың барыһы ла тиерлек ярҙарына ҡайтҡан. Халыҡҡа һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтелә, юлдар, күперҙәр төҙөкләндерелә.