Утта зыян күреүселәр теркәлмәгән. Ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле, Өфө – Белорет – Инйәр юлында автомобилдәр маршруты үҙгәртелде. Водителдәргә Сермән ауылы эргәһенән үткән урау юлдан хәрәкәт итергә тура килә. Ваҡиға урынында БЮТ каналының ижади төркөмө эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Иртәнге сәғәт етеләр тирәһендә Сермән ауылында сыҡҡан янғын фантастик кино кадрҙарын хәтерләтә ти шаһиттар. Трасса буйында газ селтәре шартлап күҙ асып йомған арала ҙур майҙанды ут ялмап ала. Эргәләге йорттарҙа йәшәүселәр әйтеүенсә ялҡындың бейеклеге 50-60 метрға тиклем етә.
Көслө ут тиҙ арала яҡын тирәләге ағастарға тарала башлай. Хәйер, газ селтәре торлаҡ йорттарҙан 800 метр алыҫлыҡта үткән була.Ваҡиға урынына йүнәлтелгән ҡотҡарыусылар ялҡынды һүндереп авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәренә күсә. Ауыл биләмәһе зәңгәр яғыулыҡ менән ғәҙәти режимда тәьмин ителә.
Ут сыҡҡан юлда бер нисә минут эсендә машиналар хәрәкәте туҡтатылған. Водителдәргә альтернатив маршрут тәҡдиме ителә.
Сермәндә газ селтәре шартлағандан һуң юл ҡатламы зыян күрә. Емерелгән участканы төҙөкләндергәнгә тиклем Водителдәр урау юл менән файҙалана ала. Өфө- Инйәр -Белорет маршруты буйынса хәрәкәт итеүселәргә Сермән ауылы аша үтергә кәрәк буласаҡ.
Әле ваҡиға урынында авария эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә. Газ селтәре шартлау осрағы буйынса тикшереү ойошторолған. Объектта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше, газ селтәренең ҡулланыу ваҡыты һәм сифаты тикшерелә, яуаплы шәхестәр асыҡлана.
Флорида Ким