Ташҡын, янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе һәм урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге булдырыу бөгөн ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Йыйылыш Сермәндәге газ торбаһы шартлауы буйынса хәлде асыҡлауҙан башланды.
17 апрелдән төбәктә янғынға ҡаршы махсус хәүеф режим индерелгән. Бигерәк тә май каникулдары мәлендә ут менән һаҡ булырға кәңәш ителә. Кире осраҡта, усаҡ яҡҡан өсөн штраф ҡаралған. Йыл башынан 3 меңдән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән, уларҙың 500 кипкән үлән яныуына бәйле. Янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе лә үткән йыл менән сағыштырғанда, күберәк.
Рәмилә Исмәғилева