Башҡортостанда ресурс менән тәьмин итеүсе компаниялар яңы йылытыу миҙгеленә әҙерлек эшен башланы

Йәй аҙағына тиклем «Өфө инженер селтәрҙәре» компанияһы ғына дүрт мең погон километр үткәргес торба һалырға, ремонтларға йыйына. Баш ҡала урамдарында барлыҡҡа килгән соҡорло участкалар буйлап БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина үтте.

Иҫке торбаны ер өҫтөнә сығарыр алдынан башта өлөштәргә бүлергә кәрәк. Подрядсы ойошма хеҙмәткәре Фәүәрис Ғабдуллахәтов иртә таңдан алып металл ҡырҡа. «Өс метр тәрәнлектә һүтеү эштәрен башҡарыу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә», – ти ул.

Былтыр Өфөнөң Эшсе хәбәрселәр урамындағы магистраль йылылыҡ селтәрҙәренә техник экспертиза ойошторолған, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса үткәргес торбаларҙы яңыртыу ҡарары ҡабул ителгән. Капиталь ремонт 29 мартта башланып, 9 июлгә тиклем дауам итәсәк. Участка «Өфө инженер селтәрҙәре» компанияһына ҡарай.

Был аҙнала Өфөнөң СССР-ҙың 50 йыллығы урамында ла капиталь ремонт эштәре башланды. Йылылыҡ магистрале яңыртыла. Тап ошо участкала февралдә авария булып, утыҙҙан ашыу күп ҡатлы йорт 12 сәғәткә йылыһыҙ тороп ҡалғайны. Торбалар яңыртылыу менән проблема башҡа ҡабатланмаҫ тип көтөлә.

Биләмәләге торбалар һуңғы тапҡыр 1993 йылда ремонтланған булған. Бөгөн дә ҡатмарлы шарттарҙа төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға тура килә. Магистраль селтәрҙәр асфальт юлға яҡын урынлашҡан, шуға күрә сауҙа үҙәге янындағы юлдың һул яҡтан ситтәге һыҙаты ваҡытлыса ябылған.

Участкала 276 метр оҙонлоҡтағы торбаларҙы алмаштарыу ҡаралған. Юл буйын нығытыу эштәре тамамланғас та, инженер ҡоролма һүтелә башлай.

Йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлау – ҡатмарлы технологик процесс. Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан раҫланған график буйынса ойошторола. План буйынса был участкала үткәргес торбаларҙы яңыртыу эштәре 25 июнь тамамланырға тейеш.

Николай Зеленковский, «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» компанияһының Өфөнөң үҙәк районы буйынса етәксеһе

«Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре» компанияһы быйыл республикала 22 погон километр йылылыҡ үткәргес торбаларҙы ремонтларға йыйына. Эш процессында юл участкалары өлөшләтә ҡапланыуы ихтимал. Уңайһыҙлыҡтар ваҡытлыса ғына, аңлап ҡабул итергә кәрәк. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек бара.

Гөлназ Хәйбуллина