Ә Ленин урамының бер өлөшөндә комплекслы ремонт эштәре бара.
Автовокзал ҡаршыһындағы майҙанды төҙөкләндереү «Уңайлы ҡала мөхите» формалаштырыу федераль программаһы сиктәрендә алып барыла. Биләмәне тәртипкә килтереү өсөн 35 миллион һум аҡса тотоноу ҡаралған.
Учалы ҡала хакимиәте белгестәре әйтеүенсә, был майҙансыҡ конкурс нигеҙендә һайлап алынған. Көҙгә ул тулыһынса үҙгәрәсәк, биләмәлә яңы юлдар һалыуҙан тыш, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыу, ял итеү өсөн тулы шарттар тыуҙырыу ҡаралған.
Рәмзиә Кәримова