Өфөләге 160-сы лицейға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал Миңлеғәле Шайморатов орденының беренсе кавалеры Мөғин Нагаевтың исеме бирелде.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры исемен мәңгеләштереп алтаҡта асылды. Уҡыусылар Мөғин Кәрим улы иҫтәлегенә интерактив музей һәм презентация эшләгән. Бынан тыш, белем усағында герой партаһы булдырылды.
Әйткәндәй, мәктәптә улар икәү. Беренсеһе – Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтыҡы. Мөғин Нагаевтың фотоһы һәм мәғлүмәттәр яҙылған парта артына яҡшы уҡыған балалар ултырасаҡ.
160-сы лицейға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны исемен биреү сараһы уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт менән дауам итте.
Әлфинә Килдейәрова