Аҡмулла исемендәге университет «Остаз» проекты сиктәрендә эшен дауам итә

Мәктәпкәсә белем биреү кабинеты. Уға ярашлы, мәктәпкәсә учреждение тәрбиәселәре диалект үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп туған телде өйрәтеү нескәлекәренә төшөнә.

Шулай уҡ проект сиктәрендә заманса йыһазландырылған мәктәпкәсә белем биреү кабинеты асылды. Ул төрлө фәндәргә яраҡлаштырылып эшләнгән ҡушымталарҙы, программаларҙы, интерактив технология һәм уларҙы эшләү ресурстарын үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта башҡорт теле уҡытыусылары өсөн бындай мөмкинлектәр сикләнгән.

«Остаз» проекты сиктәрендә һанлы технологияларҙы үҙләштереү серҙәренә төшөнөргә мөмкин. Беренселәрҙән булып был мөмкинлек менән Әбйәлил, Стәрлебаш һәм Борай райондарының 35 тәрбиәсеһе файҙаланды. Улар аҙна дауамында профессиональ әҙерлек курстары үтте.

«Остаз» проекты төбәктә әҙәби башҡорт телен белгән квалификациялы белгестәрҙе тәрбиәләү маҡсатында ойошторола. Был йәһәттән киләһе уҡыу йылына башҡорт филологияһы факултеты башланғыс һәм мәктәпкәсә белем биреү йүнәлештәре буйынса абитуриеттар ҡабул итәсәк.

Әлфинә Килдейәрова