Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров мәсьәләне эшләп бөтөрөргә һәм төбәк бюджетына мөмкин булған йөкләмәне билдәләргә ҡушты. «Инвестиция сәғәте» форматында ойошторолған сираттағы кәңәшмәлә концессия шарттарында белем усаҡтарын төҙөү проекты тикшерелде.
Уны «Мәғариф» беренсе концессия компанияһы тәҡдим итте. Был башланғыс республика адреслы инвестиция программаһы сараларын ҡулланмайынса күп һанлы объекттар төҙөргә мөмкинлек бирәсәк. Сөнки бөгөн Башҡортостанда өҫтәмә уҡытыу урындарына ихтыяж күҙәтелә. Был проблема айырыуса Өфөлә һәм Нефтекама ҡалаларында көнүҙәк һанала.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Белоретта канат һәм кабель продукцияһы өсөн бөрмәләнгән сүреләр һәм кәтүктәр етештереү проектын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.
Инвестор заманса технологик комплексҡа 100 миллион һум йүнәлтергә һәм 30 яңы эш урыны булдырырға ниәтләй. Бынан тыш, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә соя эшкәртеүсе заманса комплекс, Благовещендә МДФ-плитәләр сығарыу буйынса ағас эшкәртеү комплексы төҙөү планлаштырыла.
Илдар Байбулатов